top of page

Мостай Кәрим

20.10.1919 й. -21.09.2005 й.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим (Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул бик ишле ғаиләлә эш һөйөүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Мостафа бигерәк тә әсәһе һөйләгән әкиәттәрҙе, ҡойған йомаҡтарҙы тыңларға ярата. Иҫ киткес мауыҡтырғыс әкиәттәр уның хыялын байытырға ярҙам итәләр.

Мостай Кәрим 1935 йылда үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 — 1941 йылдарҙа ул — Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Һауығып сыҡҡас, ул фронт гәзиттәрендә эшләй, Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн — 1945 йылдың 9 Майын — ул Вена ҡалаһында ҡаршылай, һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡас, Мостай Кәрим ныҡлап әҙәби ижад эшенә тотона һәм йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Ул 1951 йылдан 1962 йылға тиклем Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе булып эшләй. 1962 йылдың майында ул РСФСР яҙыусылар идараһының секретары итеп һайлана. 1963 йылда Мостай Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән ҙур исем бирелә.

Мостай Кәрим 1935 — 1936 йылдарҙа яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары йәштәр гәзиттәрендә баҫыла. 1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды” тигән тәүге шиғырҙар китабы донъяға сыға. Бынан һуң уның байтаҡ шиғыр китаптары баҫыла. Мостай Кәрим поэзия жанры менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндө”, “Айгөл иле”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынсаҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” исемле пьесаларын тамашасылар яратыпҡарайҙар. Проза әҫәрҙәренән “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, “Ярлыҡау” һ. б. повестары баҫылып сыҡты.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре башҡорт телендә генә түгел, урыҫ, татар, украин, грузин, ҡумыҡ һәм башҡа туғандаш халыҡтар телдәрендә айырым китаптар булып баҫылды, сит ил телдәренә лә тәржемә ителде.

М. Кәрим — Салауат Юлаев исемендәге (1967), К. С. Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы (1967) һәм СССР дәүләт премияһы лауреаты (1972), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979).

1940 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим беҙҙең илдә киң билдәле яҙыусы. Уның күп әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителгән, пьесалары илебеҙҙең төрлө ҡалаларының сәхнәләрендә ҡуйыла. Шағирҙың тормош юлы илебеҙ тарихы, халҡыбыҙ тормошо менән тығыҙ үрелеп үҫкән     Өфө ҡалаһынан 30 - 40 саҡрымда көньяҡтараҡ, Дим йылғаұы буйына яҡын бейек бер һыртта ҙур ауыл йәйелеп ята. Был - хәҙер Шишмә районына ҡараған Келәш ауылы. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим 1919 йылда ошо ауылда урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.Мостай Кәримдең бала сағы күңелле уҙа. Ул үҙенә тиҫтер малайҙар менән тәрлә уйындар уйнай, йүгерештәр ойоштора, урман - яландарға сығып йөрөй. Йәйгеһен ул колхоз аттары менән яланға ҡуна сыға, ҡулынан килгән эштәрҙә ҡатнаша.     Мостай Кәрим 1935 йылда  үҙ ауылдарындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937-1941 йылдарҙа ул - Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультеты студенты.  Бөйөк Ватан Һуғышы башланыу менән, Мостай Кәрим армия сафына алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронттарҙа ҡатнаша. 1942 йылдың авгусында ҡаты яраланып, туғыҙ ай госпиталдә ята. Терелеп сыҡҡас, ул фронт газеталарында эшләй. Украинанан дошманды ҡыуып сығарыу, Румынияны, Болгарияны, Венгрияны азат итеү һуғыштарында ҡатнаша. Еңеү көнөн - 1945 йылдың 9 Майын - ул Вена ҡалаһында ҡаршылай. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн, ул II дәрәжә Ватан һуғышы,Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдары менән бүләкләнә.      Мостай Кҳрим 1935 - 1936 йылдарҙа яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары йәштәр газеталарында баҫыла. 1938 йылда “Отряд ҡуҙғалды “  тигән тәүге шиғирҙар китабы донъяға сыға. Бынан һуң уның байтаҡ шиғыр китаптары баҫыла. Мостай Кәрим поэзия менән бергә, проза һәм драматургия жанрҙарында ла актив эшләп килә. Уның “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Ай тотолған төндә”, “Салауат”, “Ташлама утты, Прометей!”, “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ” повесы буйынса ҡуйылған “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” исемле пьесаларын тамашасылар яратып ҡарайҙар.   Мостай Кәрим өлкәндәргә генә түгел, балалар өсөн дә бик күп хикәйәләр, әкиәттәр яҙа, балалар донъяһы уға бик яҡын, һәр саҡ уның иғтибар үҙәгендә була. Уның балалар өсөн яҙған әҫәрҙәре үҙ күңелендә кисерелгән, үҙенең бала сағынан алынған, шуға ла улар яҡты, яҡын, тормошҡа тап килтереп яҙылған.Проза әҫәрҙәрен балалар тураһында “Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон – оҙаҡ бала саҡ”, “Әлфиәнең мажаралары”, Айыу мажаралары” һ.б.      М.Кәрим – С.Юлаев исемендәге, К.С.Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы һәм СССР Дәүләт премияһы лауреаты.     М.Кәрим 2005 йылдың 20 октябрендә донъя ҡуя. Был көндө Башҡортостан ғына түгел, бөтә донъя ауыр юғалтыу кисерҙе

bottom of page