top of page

Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев

       2 июля 1930 й. - 27 сентябрь 2016 й. (86 йәш)

Абдулхаҡ Хажмөхәммәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуа. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1946 йылда Темәс педагогия училищеһын тамамлай. 1946 — 1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. “Ҡыҙыл таң”, “Совет Башҡортостаны” гәзиттәре һәм “Ағиҙел” журналы редакцияларында эшләй.

1969 — 1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындағы Юғары әҙәби курстарҙа уҡый. 1971 — 1990 йылдарҙа “Ағиҙел” журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире була.

Абдулхаҡ Игебаев шиғырҙары республика матбуғатында 1948 — 1949 йылдарҙа уҡ баҫыла башлай. Шағирҙың 1954 йылда донъя күргән тәүге китабы “Йәшлек йыры” тип атала.

Абдулхаҡ Игебаевтың “Тыуған ер”, “Ирәндек бөркөтө”, “Йылмайығыҙ, йондоҙҙар”, “Урал тауышы”, “Һағына белә икән таштар ҙа”, “Беләм ерем-һыуымҡәҙерен”, “Шиғырҙар, поэмалар”, “Гөлдәр һиберҙәй булам”, “Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар”, “Һайланма әҫәрҙәр”, “Елеп бара ғүмер йомғағы” һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтарын уҡыусылар ихлас ҡабул итте.

Ул нигеҙҙә лирик шағир. Ошо сифат авторҙың шиғырҙарына яҙылған бик күп йырҙарында ла асыҡ сағыла. Уның “Оран һала Ер-әсә” поэмаһы һәм байтаҡҡына шиғырҙары рус, украин, ҡырғыҙ, татар, ҡаҙаҡ, үзбәк, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителде.

Ул — балалар әҙәбиәте өлкәһендә лә әүҙем эшләй.

Абдулхаҡ Игебаев — Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ул — Башҡортостан Республикаһының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Абдулхаҡ Игебаев — Баймаҡ ҡалаһының һәм районының почетлы гражданы, шағир Батыр Вәлид исемендәге премияның иң беренсе лауреаты.

Абдулхак Игебаев — Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә сыҡҡан утыҙҙан артыҡ китап авторы.

1963 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Абдулхаҡ  Игебаев  шиғырҙарына   күп  композиторҙар  йыр  сығарған   һәм  данлыҡлы  йырсылар   уларҙы   үҙ  репертуарына   алған.  Мостай Кәрим  был турала “А.Игебаевтың  ижад  арбаһын  пар  ат  тартып  бара. Төптә - уның  ололар  өсөн  яҙылған  шиғырҙары. Дуғаһында  ҡыңғырауы ла бар. Уныһы – шағирҙың композиторҙар моң өргән йырҙары. Уларҙы беҙ ишетеп  торабыҙ, зауыҡланабыҙ.” - тип  яҙғайны.

 

Күп  йылдар дауамында   Абдулхаҡ  Игебаев  балалар  әҙәбиәте өлкәһендә лә   ең  һыҙғанып  эшләй. Уның  кесе йәштәге балалар  өсөн,   мәктәп  уҡыусылары  өсөн яҙған йыйынтыҡтары  бәләкәс дуҫтарыбыҙға  яҡшы таныш.

Шулай ҙа  А. Игебаев   иң элек-  тыуған яҡ  йырсыһы. Шуға ла   уны  үҙ илендә  һағынып көтөп алалар, яңынан – яңы  ижад емештәрен  уҡып һөйөнәләр.

Тыуған  яҡ- илһам сығанағы. Һәр  ҡоштоң  үҙ ояһы, һәр балыҡтың үҙ күле, һәр әҙәмдең үҙ иле, йәғни кендеге береккән, йәне ереккән мәрхәмәтле   ғәзиз төйәге, тыуған ере була.

 

Үҙе ҡанатлы, ижады талантлы

Йәшлек йыры:   Шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1954.

Тыуған ер:  Поэма  һәм  шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1956.

Яңы  һыҙаттар: Очерктар [Текст]  //Өфө, 1957.

Минең  һеңлем: Шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1958.

Ирәндек  бөркөтө: Шиғырҙар  һәм  поэмалар[Текст]  // Өфө, 1959.

Аҡбуҙат:Шиғырҙар [Текст]  //Өфө, 1960.

Йылмайығыҙ, йондоҙҙар: Шиғырҙар[Текст]  //Өфө, 1964.

Алтын  тулҡындар:  Шиғырҙар  [Текст]  // Өфө, 1966.

Еҙ  ҡыңғырау: Шиғырҙар  [Текст]  //Өфө, 1968.

Урал  тауышы: Шиғырҙар, поэмалар [Текст]  // Өфө, 1969

Земля – моя колыбель: Стихи  и поэма  [Текст]  // Уфа, 1970.

Серебрянный колокольчик: Стихи [Текст]  // М., Детская литература, 1970.

Һағына белә икән таштар ҙа: Лирика  [Текст]  // Өфө, 1972.

Ҡайҙа  һайрай  һандуғасҡай:  Шиғырҙар  [Текст]  // Өфө, 1974.

Беләм ерем- һыуым   ҡәҙерен:  Шиғырҙар[Текст]  // Өфө,1979.

Пляшет зайчик  золотой: Стихи и  сказки [Текст]  //Уфа, 1977.

Ҡар  өҫтөндә усаҡ ҡыбыҙҙым [Текст]  // “Тәлгәштәр”. Өфө, 1978.

Бәләкәс дуҫтарыма:  Шиғырҙар [Текст]  // Өфө, 1979

Шиғырҙар, поэмалар[Текст]  // Өфө, 1980.

Отчего березка  плачет :Стихи, сказки [Текст]  //Уфа,1982.

Прилетай, скорей , пчела.: Стихи [Текст]  // М. ,  Детская  литература, 1984.

Гөлдәр  һиберҙәй булам: Шиғырҙар [Текст]  // Өфө, 1984.

Горсть  земли родной: Стихи, поэмы [Текст]  //Уфа, 1987.

Быстроходный мой  челнок: Стихи [Текст]  //М., Малыш, 1987

Һеҙҙең  өсөн, балалар:  Шиғырҙар, әкиәт [Текст]  //Өфө,1989.

Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар: Шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар[Текст]  // Өфө, 1994.

Һайланма әҫәрҙәр: Шиғырҙар, поэмалар,  ҡобайырҙар[Текст]  // Өфө, 1994.

Йәшлек  илендә ҡалам: Шиғырҙар, поэмалар,  ҡобайырҙар[Текст]  // Ҡазан, 1997.

Сәй  ҡайнатты  ҡуяндар:  Шиғырҙар, йырҙар, әкиәттәр[Текст]  //Өфө, 1997.

Елеп  бара   ғүмер  йомғағы: Шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар[Текст]  // Өфө, 2000.

Яҙмыш  юлҡайҙары  урау, урау:Әҙәби портреттар, хәтирәләр [Текст]  // Өфө, 2002.

Һайланма әҫәрҙәр. Ике томда. 1-се том: шиғырҙар, поэмалар, ҡобайырҙар [Текст]  // -Өфө: Китап, 2004.

Ҡайҙа  һайрай һандуғасҡай? Шиғырҙар, йырҙар, ҡобайырҙар, әкиәттәр, поэмалар [Текст]  // Өфө; Китап, 2010.

abdulshhak-igebaev.jpg
bottom of page