top of page
2079815.jpg

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла

Аҡмулла (ысын исеме — Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы;)

14 декабрь 1831 йыл — 8 октябрь 1895 йыл

 Күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе. Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән, милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала.

Аҡмулла башҡорт теле үҫешендә ҙур роль уйнай, уның ижады ҡаҙаҡ һәм татар әҙәбиәттәре үҫешенә әһәмиәтле йоғонто яһай, уның исеме төркмәндәр, ҡарағалпаҡтар һәм башҡа төрки халыҡтарҙа киң билдәле була.

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы — икеһе лә аҫаба башҡорттар.

Мифтахетдин башланғыс белемде үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була.

1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.

Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып данҡаҙанған Мифтахетдин мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫкеҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй. Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.

Аҡмулла — XIX быуат башҡорт поэзияһында үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған иң ҙур мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Әҙиптең бик күп әҫәрҙәрендә уның мәғрифәтселек ҡараштары, халыҡ тормошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән.

Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бер китабы ғына баҫылып сыға. Ул 1892 йылдаҠазанда сыҡҡан “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китап.

Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе — 1904, икенсеһе — 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы 1981 йыл Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡты. Уның китаптары татар,ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә лә донъя күрҙе.

bottom of page