top of page
Ultbli_big.jpg

Дауыт Юлтый (Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев)

18 апрель 1893 йыл — 10 июль 1938 йыл

 Башҡорт яҙыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Дауыт Юлтый (Дауыт Исхаҡ улы Юлтыев) 1893 йылдың 18 апрелендә элекке Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙенә ҡараған (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Иванов районы) Юлтый ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Мәктәп йәшенә еткәс, Дауыт үҙауылдарындағы мәҙрәсәгә уҡырға йөрөй башлай. Артабан ул үҙҙәренә яҡын булған Сорокин мәҙрәсәһенә бара. Бында Дауыт бер нисә йыл уҡый. Уҡыу өсөн бер аҙ аҡса йыйыу ниәте менән Ҡаҙағстанға китеп, бер-ике йәй ҡаҙаҡ балаларын, ә аҙаҡтан үҙауылына ҡайтып, балалар уҡытып йөрөй.

1914 йылда, беренсе донъя һуғышы сыҡҡас та, Дауыт ике ағаһы менән бер мәлдә һалдатҡа алына. Октябрь революцияһын Дауыт Юлтый фронттаҡаршылай.

Дауыт Юлтый 1919 йылда Коммунистар партияһы сафына инә, граждандар һуғышы фронттарында була. Ошо мәлде беренсе революцион армияның штабында сыҡҡан “Ҡыҙыл йондоҙ” гәзитендә эшләй. Был йылдарҙа уға Туҡсоран кантонында хәрби комиссар, партияның кантон комитеты секретары кеүек вазифаларҙы ла башҡарырға тура килә.

1920 йылдың аҙағында Д. Юлтый Башҡортостандың элекке баш ҡалаһы Стәрлетамаҡҡа саҡыртып алына, һәм уға бик күп яуаплы эштәр йөкләтелә. Ул башта Башҡортостан хәрби комиссариаты политидаралығында “Ҡыҙыл батыр” тигән гәзитте ойоштороуҙа ҡатнаша һәм шул гәзиттең мөхәррире була. Артабан республика хәрби комиссариаты политидаралығының мәктәптәр бүлегендә инспектор ҙа, Башҡортостан дәүләт нәшриәтенең мөдире лә, Башҡорт дәүләт драма театрының әҙәби консультанты ла булып эшләй.

1921 йылдан Юлтый “Башҡортостан” гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнә, “Яңы юл”, “Белем” кеүек журналдар ҙа уның редакторлығында сыға.

1925 — 1926 йылдарҙа Д. Юлтый Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡый, бер ни тиклем ваҡыт Центриздатта мөхәррир булып эшләй. Утыҙынсы йылдарҙа “Октябрь” журналының, “Әҙәби удар” гәзитенең мөхәррир вазифаларын алып бара, Башҡортостан Милли культура институты эшендә яҡындан ҡатнаша, Башҡортостан Яҙыусылар союзын ойоштороусыларҙың һәм уның етәкселәренең береһе була. Ошо рәүешле Юлтый үҙенең яҙыусылыҡ эшен йәмәғәт эштәре менән тығыҙ бәйләп алып бара.

Д. Юлтыйҙың ижади эшмәкәрлеге Октябрь революцияһынан һуң ғына күтәрелә һәм тиҙҙән ул күренекле яҙыусы булып таныла. 1921 йылда уның "Урал моңдары" тигән шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡты. 1920 йылда яҙылған "Ҡарағол" исемле пьесаһы тамашасыларҙың яратып ҡараған сәхнә әҫәренә әүерелде. Бынан тыш Дауыт Юлтыйҙың “Салауат”, “Маҡтымһылыу”, “Тирмәндә”, “Һин кем?”, “Аралбаевтар” тигән пьесалары ла Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ҡуйылалар. Ул бер шаршаулы пьесалар ҙа яҙа.

Д. Юлтый, бик күп шиғырҙар, поэмалар ижад итеү менән бергә, хикәйәләр, очерктар ҙа яҙҙы. Уның 1934 йылда яҙылған "Ҡан" исемле романын уҡыусылар яратып ҡаршы алдылар.

Дауыт Юлтый балалар өсөн бик күп шиғырҙар, поэмалар, хикәйәләр ижад итә. Уның "Сана шыуғанда" тигән шиғырҙар китабы, "Бәләкәй Ҡотош" исемле хикәйәһе, "Әпәш" тигән поэмаһы балаларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Д. Юлтый 1938 йылда шәхес культы осоро репрессияһына эләгеп һәләк булды.

bottom of page