top of page
EpnRZEHKT8M.jpg

                                           Зәйнәб Биишева

                                                    (1908-1996)

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева ижады әҙәбиәтебеҙҙең сағыу биттәрен тәшкил итә. Уның жанрҙары яғынан күп төрлө, идея йөкмәткеһе, художестволы формаһы, тел-стиль саралары яғынан бай һәм үҙенсәлекле ижады рухи мираҫыбыҙҙың аҫыл хазинаһын тәшкил итә.

Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйымбәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала. Ауыл мәктәбен тамамлағандан һуң, 1924 йылда ул Ырымбурҙағы башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлап сыға. 1929 — 1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй, ауылда яңы тормош төҙөү эшендә әүҙем ҡатнаша.

1931 йылда 3. Биишева Өфөлә уҡытыусыларҙың квалификацияһын камиллаштырыу курсын үткәндән һуң, Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкәҡалдырыла. Тәүҙә ул башҡорт һәм татар телдәрендә сыға торған “Пионер” исемле дәреслек-журналдың яуаплы мөхәррире, аҙаҡ нәшриәттең дәреслектәр секторында мөхәррир булып эшләй.

1938 — 1951 йылдарҙа 3. Биишева төрлө гәзиттәрҙә, радиокомитетта эшләй. 1951 йылдан һуң — профессиональ яҙыусы.

Зәйнәб Биишева — төрлө жанрҙарҙа берҙәй оҫта эшләгән әҙип. Уның тиҫтәләгән шиғыр һәм поэмалары, “Дуҫлыҡ”, “Серле ҡурай”, “Гөлбәҙәр” тигән драма әҫәрҙәре, балалар өсөн яҙылған әкиәттәре бар.

Зәйнәб Биишева бигерәк тә проза өлкәһендә актив эшләп килә. Уның “Яҡтыға” трилогияһына ингән “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” исемле романдары уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алынды һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелде.

Үҙенең “Сәйер кеше”, “Уйҙар, уйҙар...”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?” тигән повестарында яҙыусы йәштәр тормошоноң мөһим яҡтарын һүрәтләй.

“Мөхәббәт һәм нәфрәт” тигән китабы яҙыусының хикәйәт жанрының оҫтаһы булыуын күрһәтте.

1981 — 1982 йылдарҙа әҫәрҙәренең 4 томлы йыйынтығы баҫылып сыҡты. Күп әҫәрҙәре урыҫ телендә донъя күрҙе. Яҙыусы әҙәби тәнҡит һәм тәржемә өлкәһендә лә һәләтен һынаны. Зәйнәб Биишева йәмәғәт эштәрендә һәм әҙәбиәт өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн миҙалдар һәм өс тапҡыр “Почет Билдәһе” ордены менән бүләкләнде. 1968 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһына лайыҡ булды.

Әҙибә 1996 йылда Өфө ҡалаһында вафат булды.

bottom of page