top of page
800px-Bikbaev_70.jpg

Бикбаев Рауил Төхфәт улы

12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл

Шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покров (хәҙер Переволоцкий) районы Юғары Ҡунаҡбай ауылында тыуа.

Башҡорт әҙәбиәтенә һәм мәғрифәтенә Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Сәғит Агиш, ауылдашы Ғабдулла Амантай, нәҫелдәштәре Сәғит Мерәсев, Кәрим Иҙелғужин һымаҡ арҙаҡлы шәхестәрҙе биргән Туҡсоран ерендә Рауил бәләкәстән йыр-моңға, әҙәбиәткә ғашиҡ булып үҫә. Ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Ҡаҙағстан менән Ырымбур сигендәге Аҡбулаҡпедагогия училищеһында, Башҡорт дәүләт университетында, аспирантурала уҡый. 1965 йылдан Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияларын яҡлай. 1995 йылдан — Башкортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһы секретаре.

Рауил Бикбаевтың тәүге шиғырҙары 1957 йылдан республика гәзиттәрендә, “Йәш көстәр” альманахында баҫыла башлай. 1962 йылда “Ағиҙел” журналында “Вокзал” поэмаһы донъя күрә.

1964 йылда Рауил Бикбаевтың “Дала офоҡтары” исемле тәүге шиғри йыйынтығы сыға. Унан һуң донъя күргән “Ҡош юлы”, “Автобиография”, “Ғүмер уртаһы”, “Ерем балҡышы”, “Яҙмышым”, “Ай күргәндәй, ҡояш алғандай” һ. б. китаптары башҡорт шиғриәтенең үҫешенә тос өлөш индерҙе. Бигерәк тә замандың иң киҫкен һәм борсоулы хәлдәре хаҡында яҙылған “Халҡыма хат”, “Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!”, “Система”, “Баҙар балтаһы”, “Башһыҙ һыбайлы”, “Барокамера” тигән поэмалары киң билдәлелек алды.

Алтмышынсы йылдар башынан уҡ Рауил Бикбаев шиғри ижадты төплө, фәнни тикшеренеүҙәр менән бергә алып бара. Ул Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов әҫәрҙәрен ентекле өйрәнеүгә һәм халыҡҡа еткереүгә күп көс һалды, Мостай Кәрим, Баязит Бикбай, Рәшит Ниғмәти һәм башҡа бик күп шағирҙарҙың ижади портреттарын яҙҙы, башҡорт әҙәбиәтенең алты томлыҡ тарихын баҫтырып сығарыуға күп көс һалды.

Рауил Бикбаевтың Өфөлә, Мәскәүҙә, Ҡазанда башҡорт, рус, татар телдәрендә егерменән ашыу китабы баҫылды.

Шиғриәттәге һәм фән өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Рауил Бикбаевҡа 1993 йылда Башкортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Ул — Башкортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башкортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Рәми Ғарипов исемендәге премиялар лауреаты.

1966 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Китаптары

  • Дала офоҡтары. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1964.

  • Ҡош юлы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1967.

  • Автобиография. Шиғырҙар. Өфө. 1969.

  • Лирика. Шиғырҙар, поэма. Өфө. 1971.

  • Ғүмер уртаһы. Шиғырҙар, поэмалар. Өфө. 1976.

  • Һөйөнсө. Шиғырҙар. Өфө.1979.

  • Замандың шиғри йылъяҙмаһы. Өфө. 1980.

  • Ерем балҡышы. Шиғырҙар. Өфө. 1982.

  • Бураҙналар. Шиғырҙар, хикәйәт, баллада, поэмалар. Өфө. 1985.

  • Яҙмышым. Шиғырҙар. Поэмалар. Өфө. 1988.

  • Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады. Өфө.1989.

  • Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат. Поэма. Өфө. 1991.

  • Һыуһаным — һыуҙар бирегеҙ! Поэма, шиғырҙар. Өфө. 1991.

  • Шағир һүҙе — шағир намыҫы. Ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр. Өфө. 1991.

  • Ай күргәндәй — ҡояш алғандай. Һайланмалар китабы. Өфө. 1998.

  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Беренсе китап. Өфө. 2001.

  • Башҡорт шиғриәте антологияһы. Өфө.2001.

  • Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. Өфө. 2002.

  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Икенсе китап. Өфө. 2003.

  • Йөҙ ҙә бер хәҙис. Өсөнсө китап. Өфө. 2004.

  • Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны. Өфө. 2005.

  • Рәми Ғарипов. Шағир тураһында китап. Өфө. 2007.

  • Һайланма әҫәрҙәр. Биш томда. Өфө, 2008-2012.

  • Көндәлектәр. Беренсе китап. Өфө.2013.

  • Көндәлектәр. Икенсе китап. Өфө. 2013.

    • Звездный дом: Стихи. Мәскәү, 1985. (рус.)

    • Поющие скалы: Стихи. Мәскәү, 1978. (рус.)

    • Время. Поэт. Народ. Мәскәү, 1986. (рус.)

  • 1991 йыл: Эволюция современной башкирской поэзии. Москва, 1991.

  • 1995 йыл: Шәйехзада Бабич: Жизнь и творчество. Литературоведение. Өфө, 1995. (рус.)

  • Рауил Бикбаев. Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны /Шиғырҙар.

  • Рауил Бикбаев: « Халҡым яңылышмаһын ине»

  • Салауат нисә йәшендә?

  • «И раб, и хозяин слова»

bottom of page