top of page
NIGMATI_Rashit_1.jpg

Рәшит Ниғмәти

Рәшит Ниғмәти (тулы исеме Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин)

27 ғинуар 1909 йыл — 13 октябрь 1959 йыл 

 Башҡортостандың халыҡ шағиры (1959). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1944 йылдан ВКП(б) ағзаһы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), ике «Почёт Билдәһе» (1949, 1955) ордендары кавалеры.

Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге Куйбышев өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында донъяға килә. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә. 1924 йылда Өфөгә килеп, В. И. Ленин исемендәге етем балалар мәктәбенә уҡырға инә. 1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Р. Ниғмәти Туймазы районы гәзитендә эшләй. 1934 — 1936 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан Өфөгә күсеп, республика гәзиттәрендә, Башҡортостан Яҙыусылар союзында эшләй.

Рәшит Ниғмәтиҙең беренсе шиғырҙары 1926 йылда “Башҡортостан”, “Башҡортостан йәштәре” гәзиттәрендә баҫыла. 1933 йылда шағирҙың “Кереш” тигән тәүге шиғырҙар китабы сыға. Шул йылда баҫылған “Баҫыу хөкөмө” поэмаһы менән ул үҙен әҙәбиәттә нығыраҡ танытты. Утыҙынсы йылдарҙа яҙыусының “Мин постамын”, “Хат”, “Кавказ”, “Тимер юл”, “Байраҡ тураһында поэма” кеүек әҫәрҙәре башҡорт поэзияһында тыуған илгә, халыҡҡа оло һөйөү тойғоларын һүрәтләндергән иң яҡшы өлгөләр булды.

Публицистик лирика, героик эпос Рәшит Ниғмәти поэзияһының иң көслө сифаттарынан береһе булып әүерелә. Ул поэзияның идея-художество юғарылығына ирешеүҙә шағир В. Маяковскийҙан бик ныҡ өйрәнә. Был хаҡта башҡорт шағиры “Ҡыҙыма хаттар” шиғырында, “Маяковский миңә маяҡ булды, ә мин барам ана шул юлдан”, тип хаҡлы әйтте.

Рәшит Ниғмәти 1939 йылда иң популяр әҫәрҙәренән һаналған “Йәмле Ағиҙел буйҙары” тигән лиро-эпик поэмаһын ижад итте. Автор был поэмаһында башҡорт халҡының үткән героик тарихын, бөгөнгө тормошон тасуирлай.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Р. Ниғмәти ижады айырыуса әүҙемләшә һәм яңы баҫҡысҡа күтәрелә. Уның “Тыуған илем өсөн”, “Әсә һүҙе”, “Үс ал, патриот!” шиғырҙары, “Үлтер, улым, фашисты!”, “Һинең кәләшеңдең хаттары” поэмалары башҡорт шиғриәтенең алтын фондына инде.

Һуғыштан һуң Р. Ниғмәти “Большевик”, “Осҡондан ялҡын”, “Һаҡмар ҡыҙы” поэмаларын ижад итте.

Р. Ниғмәти сәхнә әҫәрҙәре лә яҙҙы. Уның “Врач Ғимранов”, “Ағиҙел ярында”, “Урман шаулай” һ.б. пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә ҡуйылды. Яҙыусы тәржемә эше менән дә сығыш яһаны.

Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Р. Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр “Почет Билдәһе” ордендары менән наградланды. 1959 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

1938 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

bottom of page