top of page
_HcD7PH09hI.jpg

Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы 

2 ғинуар 1895 йыл — 28 март 1919 йыл 

 Шағир, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт мәркәз шураһы (1917—1919) ағзаһы.

Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губгернаһының Бөрө өйәҙендә (хәҙерге Дүртөйлө районында) Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Уның атаһы Мөхәммәтзакир шаҡтай хөр фекерле кеше булған. Батшаға тел тейҙергән өсөн ул хатта эҙәрләнеүҙәргә дусар ителгән.

Шәйехзада башланғыс белемде тыуған ауылында, атаһы уҡытҡан мәҙрәсәлә ала. Ул бәләкәстән уҡырға бик зирәк була. Туҡай, Аҡмулла, Мәжит Ғафури уның иң яратҡан шағирҙарына әйләнә. Халыҡтың йырҙарын, бәйеттәрен, әкиәттәрен мауығып тыңлай, күптәрен йәһәт отоп ала.

1910 йылда, ун алты йәшенә сыҡҡанда, Бабич ҡаҙаҡ далаларына сығып китә.Ҡустанай өлкәһенең Турғай далаларында ятҡан Дүсәнбай тигән ҡаҙаҡ ауылында балалар уҡыта. Шулай итеп, бер ни тиклем аҡса йүнәткәс, 1911 йылдың көҙөнә Өфөгә ҡайтып, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Ике йылдан һуң, 1913 йылдың йәйендә, йәнә үҙе уҡытып йөрөгән Дүсәнбай ауылына китә, ҡаҙаҡ балаларын уҡытыуын дауам итә. Был юлы ул ҡаҙаҡ телен ныҡлап үҙләштереп өлгөрә, аҡындарҙың әйтештәрен, өләңдәрен тыңлай, ҡаҙаҡ халҡының бөйөк шағиры Абай Ҡонанбаевтың әҫәрҙәре менән таныша. Ул “Себер сәхрәһендә, ҡаҙаҡта уҙҙырған көндәрем” тигән көндәлек дәфтәрендә, “Ҡонанбайҙың өләңендә төп нәфислек вә ләззәт табып, уны татарҙың Туҡайы, ғәрәптең Имрекәйе дәрәжәһенә мендерҙем” тип һоҡланып яҙа.

Бабич Абай тәржемәләре аша урыҫ поэзияһының айырым өлгөләре менән дә таныша. Уны бигерәк тә Лермонтов шиғырҙары хайран итә.

Шәйехзада Бабичтың әҙәби ижад, сәнғәт өлкәһенә тартылыуында Өфөнөң мәҙәни тормошо, “Ғәлиә” мәҙрәсәһе ғәйәт ҙур роль уйнай. Ул мәҙрәсәлә сығарылған “Эләктергес”, “Парлаҡ” исемле ҡулъяҙма журналдарҙа үҙенең тәүге шиғырҙарын баҫтыра, “Милли көй, сәхнә вә әҙәбиәт” түңәрәгендә йыш ҡатнаша. Йор һүҙле, музыкаль тәбиғәтле, мандолинала ғәжәп шәп уйнаусы Бабич әҙәби-музыкаль кисәләрҙең төп фигураһына әйләнә.

Мәҙрәсәлә Ғәлимйән Ибраһимов кеүек танылған яҙыусының уҡытыуы Бабичтың әҙәби ижад эшенә ылығыуын тағы тиҙләтеп ебәрә, әҙәбиәткә, сәнғәткә, ғөмүмән ижад эшенә етди ҡарарға өйрәтә.

1916 йылда Бабич “Ғәлиә”не тамамлағас, Троицк ҡалаһына барып, уҡытыусы булып эшләй. Ҡалала сыға торған “Аҡмулла” исемле сатирик журнал эшендә яҡындан ҡатнаша: шиғырҙар, эпиграммалар яҙа.

Бер йылдан һуң Бабич Өфөгә әйләнеп ҡайта һәм 1917 йылдың авгусында “Ҡармаҡ” журналы редакцияһының саҡырыуы буйынса Ырымбурға китә, шул журналдың секретары булып эшләй башлай. Был осорҙа ул Ырымбурҙа төҙөлгән милли “Башҡорт хөкүмәте” эшенә, “Тулҡын” тигән әҙәби ойошмаға ылығып китә һәм милли азатлыҡ көрәше уртаһында ҡайнай.

1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре менән бергә Бабич Ҡыҙыл Армияға килеп ҡушыла. Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы төҙөлгән тарихи көндәрҙә совет матбуғаты хеҙмәткәре булып эшләп йөрөй. Ләкин Граждандар һуғышы ҡыҙыу барған был осорҙа, фронт һыҙығынан йыраҡ түгел ерҙә, 1919 йылдың 28 мартында фажиғәле рәүештә һәләк була.

bottom of page