top of page

Башҡорт теле

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле!

Күгәреп ятҡан Уралыңдай бай, йомарт һин,
Серле ҡамыш ҡурайыңдай ҡарт, олпат һин,
Күпте күргән сәсәнеңдәй йор, зирәк һин,
Эй, һөйөклө, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Диңгеҙҙәргә тиңләмәйем — тәрәнһең һин,
Айға-көнгә тиңләмәйем — гүзәлһең һин,
Ҡаяларға тиңләмәйем — бөйөкһөң һин,
Эй, хикмәтле, мәрхәмәтле башҡорт теле!

Күп быуаттар һин йырланың ҡурай моңон,
Күп быуаттар һин йырланың яугир юлын,
Инде азат. Шат. Йырлайһың еңеү йырын,
Эй, бәхетле, эй, ҡәҙерле башҡорт теле!

Иң тәү миңә һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит йәшәү, бәхет үҙең,
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле — минең телем!

Булмаһа

Йәнһеҙ булыр ине ғүмер,
Һөйөү менән йөрәк тулмаһа.
Айырылышыу,
Өҙөлөп, һағынып көтөү,
Ярһып ҡаршы алыу булмаһа.
1955

Бюрократ

Кабинет шәп, иркен, яҡты,
Йылы, рәхәт.
Шунда нисә йыл ултыра
Күрмәй михнәт.

Ышана, мин, тип, тиңдәшһеҙ
Дан директор.
Ғилми эште ултырмышым
Алға илтер.
Мин булмаһам, фән бик артта
Ҡалыр ине.
Билсәнде кем дегәнәктән
Айырыр ине?!
1956

Дуҫтарға

Ауыр юлды бергә-бергә үттек,
Еңеүгә лә килдек күмәкләп.
Һәр аҙымда тойҙом йәнәшәмдән
Дуҫтар атлағанын терәкләп.
Рәхмәт һеҙгә, дуҫтар. Алыҫтан да
Яҡын булып йылы һирптегеҙ.
Беләккә — көс, йөрәккә дәрт өҫтәп,
Һаман алға бергә илттегеҙ.
Илгәҙәклек минән күрмәнегеҙ,
Ҡайсаҡ хатта ауыр һулаттым.
Ә шулай ҙа, дуҫтар, ысын дуҫтар,
Мин һеҙҙе бит бик-бик яраттым
1958

Минуттарым

Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым,
Йән өшөткөс боҙло ҡар һымаҡ.
Һин янымда булһаң, көҙ ҙә, ҡыш та
Гөл-сәскәле, нурлы яҙ һымаҡ.

Яңғыҙлыҡта уҙған минуттарым
Зарлы-моңло ҡырыҫ йыл һымаҡ.
Һин янымда булһаң — тормош үҙе
Сыңлап торған сихри йыр һымаҡ.

Ғүмер көтөп тормаҫ, йылдар тынмаҫ,
Дәртле саҡтар уҙыр бер заман.
Тик йөрәктә мөхәббәтем һүнмәҫ,
Һине һағынып йәшәр ул һаман.
1978

Башҡортостан

Элек заман һин бер үкһеҙ бала инең.
Бар байлығың — кырыҫ, йәнһеҙ дала ине.
Шул далаңда һин, имгәкләп, ауа-түнә,
Тома һуҡыр юлсы булып бара инең.

Хәҙер көслө ир-арыҫлан, баһадир һин.
Алғы сафта бәхет даулап бараһың һин.
Юлың яҡты, көнөң көләс, теләгең саф,
Бөйөк илдең ҡәҙерле бер балаһы һин.

Һәр йылыңда унар йыллыҡ юлды үттең.
Коммунизм таңдарына килеп еттең.
Ленин һыҙған яҡты юлдан тайшанмайса,
Меҫкенлекте һелкеп ташлап, тапап үттең.

Ырыҫлы ер — Башҡортостан, Гөлбостан һин.
Бәхет, шатлыҡ, нур төйәге Гөлостан һин,
Оло ҡояш — СССР-ҙың күкрәгендә
Йондоҙ булып янып торған Нурстан һин.

1959

Бәхет өләшәм

(Урмансы һүҙе)


Әсәм әйтә ине: "Фәрештәләр"
Таң алдында бәхет өләшә.
Егәрлеләр генә үҙ өлөшөн
Алыр өсөн тороп өлгәшә.
Йоҡосоға өлөш бирмәй улар.
Өлөшһөҙҙө һөймәй Алла ла...
Таңда йоҡлап ҡалһа, яҙын иртә
Сәскә атмаҫ ине алма ла".
"Әсә һүҙе — тәңре һүҙе" тиҙәр.
Күңелемдә тере һаҡланым.
Эштә үтте көнөм. Көс-тир түгеп
Ҡаршы алдым төндөң һәр таңын.
Урман ҡырҡтым. Иң шәп утындарҙы
Йөк-йөк тейәп һәр көн оҙаттым.
Кешеләрҙең өйө йылынһын тип,
Үҙ өйөмдө бик йыш оноттом.
Ғүмер уҙҙы. Әммә фәрештәләр
Алып килмәнеләр бәхетте.
Әсәм мәрхүм, баҡһаң, әйткән икән
Әле тоям: фәрештәләр түгел,
Мин үҙем бит бәхет өләшәм!
Йөрәгемдең изге йылыһынан
Мәхрүм булмай һәр бер өшөгән.
Шулай барһын — килер таңдарым да
Хеҙмәт бәхете татып атһындар.
Хәләл көсөм оло бәхет өсөн
Алтын тәхет булып ятһындар.
1968

Халҡың янһа — яндың бергә

М. Ғафури иҫтәлегенә


Майлы күҙҙәр, татлы һүҙҙәр,
Баллы йөҙҙәр күҙләмәнең.
Үҙең өсөн йылы оя,
Айырым бәхет эҙләмәнең.
Халҡың янһа — яндың бергә,
Халҡың көйһә — көйҙөң бергә,
Халҡың менән йәшәүгә лә,
Үлемгә лә барҙың бергә.
Ул асыҡһа — асыҡтың һин,
Ул ҡағылһа — ҡағылдың һин,
Уның менән бергә-бергә
Ауырлыҡтан арындың һин.

Ҡыҙыл байраҡ тотоп ҡулға,
Янып-балҡып ҡыҙыл нурҙа,
Йырың бара һаман алда:
— Әйҙә, эшсе, алға, алға!..
1960

Тағы ла яҙ...

Тағы ла яҙ. Йән ҡыуана, ярһый,
Яңы ҡанат үҫкән ҡош кеүек.
Ҡартлыҡ, кәрһеҙлектәр, сир-сырхауҙар
Туҙға яҙған буш һүҙ, төш кеүек.
Тағы ла яҙ. Наҙлы гөл-сәскәле
Дала кеүек иркен күңелем.
Яҙ нурына ҡушылып, үрелеп үҫә
Яҙҙай яҡты, керһеҙ ғүмерем.
1968

bottom of page