top of page

Ҡайын япрағы тураһында.

Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына, -
Башҡортостан шул картала
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе, япраҡ аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары.
Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй –
Шундай йәшел, юғары.
Нисә быуат шул япраҡты
Ҡайындан өҙмәк булып,
Боҙ һалҡынында туңдырмаҡ,
Утта көйҙөрмәк булып,
Нисә диңгеҙ аръяғынан
Ниндәй елдәр иҫмәгән,
Ниндәй йәшен уйнамаған,
Ниндәй ҡырау төшмәгән.
Шул япраҡты ашар булып,
Нисә төрлө ҡорт һырыған,
Ҡайһы «милләт», ҡайһы « дәүләт »,
Йә «өммәт» затлы булған.
Ғорур япраҡ өҙөлмәгән
Ғорур ҡайын – әсәнән,
Әсәһенең һуты менән,
Көсө менән йәшәгән.
Бөгөнгө яҙ килде илгә
Елдәр, дауылдар аша.
Ҡайындың шат япраҡтары,
Тыңла, нисек шаулаша!
***
Картаға ҡарап, еремде:
-Бер япраҡ саҡлы,-тинем,
Мин хайранмын киңлегеңә,
Башҡортостаным-илем!
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең,
Бөркөт ҡанатын талдырыр
Сал тауҙарың бар һинең.
Һиндә тормоштоң көрлөгө,
Донъялар именлеге,
Һиндә тауҙар ғорурлығы,
Далалар иркенлеге.
Һыуҙарың көмөш.Тупрағың
Торғаны алтын һинең,
Бар хазинаңдан ҡиммәтле
Бәхетле халҡың һинең!
***
Донъя картаһында ерем
Бер япраҡ саҡлы ғына,
Ә быуаттар төпкөлөнә
Ҡараһаң яҡшы ғына,
Ошо изге ерҙән уҙған
Күпме быуын яҙмышы-
Һауаларға ашҡан даны,
Һыуға һеңгән һағышы.
Был тупраҡҡа сәмле тарих
Ҡандар менән яҙылған,
Ҡаяларҙа ҡылыс эҙе-
Ташҡа тамға һалынған.
«Эйгән башты ҡылыс сапмай»,-
Тиһә лә иҫке мәҡәл,
Баш эймәгән ғорур халҡым,
Теҙ сүгеп йәшәмәгән.
…Бик хәйерсе булған халҡым,
Тик хәйер һорашмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, шуға
Арҡаға тоҡ аҫмаған,
Билгә ҡылыс таҡҡан, ләкин
Күршелә ил баҫмаған.
Кем уға ҡорал күтәрһә,
Шуны яуҙа тураған.
Дошманының атын һорап,
Затын һорап тормаған.
Кисәгең дә, бөгөнөңдәй,
Күңелемә яҡын минең,
Утты, һыуҙы кисеп үткән
Ҡаһарман халҡым минең!

"Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм."

Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм.
Күҙ йәштәре тама аҡ туҙға.
Ниҙәр булды икән, ниҙәр генә
Ун етеһе тулған был ҡыҙға?
Һут ҡайнаша, урғып һут ҡайнаша
Үҫеп буйға еткән ҡайында.
Ниңә шулай иләҫләнә икән
Ҡайындар ҙа апрель айында?
Аҡ ҡайынды ҡосоп илай Мәрйәм.
Ниндәй ғазап? Ниндәй әрнеүҙәр?
Әле генә уға: "Һөйәм", - тине
Ун һигеҙе тулған Әнүәр.
Бына шуға, бары шуға ғына
Күҙ йәштәре туҙға тамдылар,
Ҡыҙ үҙе лә ҡайын кеүек кенә,
Йәштәре лә шундай татлылар.
Илаһын әйҙә...
1962

Ап-аҡ урман аша килдең миңә –
Ағастарҙа яҙғы бәҫ ине,
Елдәр әле тыумаған да ине,
Ҡояш әле шундай йәш ине.
Ҡыуаныстан һауаларға баҡтым.
Ҡатып ҡалдым ҡапыл аптырап:
Күк йөҙөндә, тоноҡ ҡына тоноп,
Төн онотоп киткән ай тора.
Һорау бирәм:
Мин кем – бөгөнгөмө,
Эллә кисәгеме,
Ҡайһыһы?
Көн башлаусы ҡояшмы һин? Әллә
Төндән тороп ҡалған аймы һин?
1979

Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,
Ерҙә мин бер шундай юламан,
Көндөҙ мин – ҡояшҡа, ә төндәрен
Йондоҙҙарға ҡарап юл алам.
Иренемде ҡаршы елдәр киҫте,
Сәсемдә сал – йылдар туҙаны,
Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә
Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын.
Тик ҡояшты болот ҡаплап китә
Көндәр боҙоҡ, йонсоу заманда.
Йондоҙҙар ҙа,
Хатта йондоҙҙар ҙа
Томалана төнгө томанда.
Аяҙҙа ла йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта,
Йондоҙҙарҙай күреп,
Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,
Кешеләрҙең шат, өмөтлө, моңһоу
Күҙҙәренә ҡарап барамын, -
Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.
1963

СИГЕҮ СИГӘ ҠЫҘҘАР

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре, беләм, бирнәлек —
Апайымды былтыр һораттылар,
«Әле йәшерәк» тип бирмәнек.

Сана юлы төшкәс (вәт күр ҙә тор),
Йәнә килер әрһеҙ яусылар.
Телдәренән балдар тамыр, —
Имеш:
«һеҙҙә аҡҡош, беҙҙә аусы бар...»

Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Биҙәктәргә ялғап биҙәкте,
Биҙәктәре ебәк йырҙай ағыла,
Тик йырҙары өҙә үҙәкте:

«Күпер аҫты күк томан,
Күпһенмәгеҙ, күп тормам,
Айҙар торһам, йылдар тормам,
һағынырһығыҙ, мин булмам...»

Мин бәләкәс, бик бәләкәс әле,
Тар һәндерә — барлыҡ йыһаным.
Шул йыһанда был кис япа-яңғыҙ
Йомма йәшем түгеп иланым.

Мин иланым:
Бына килерҙәр ҙә
Ҡыңғырауҙар таҡҡан аттарҙа
Берәм-берәм алып елдерерҙәр
Ете ҡыҙҙы ете яҡтарға.

Мин иланым:
Был кис ҡабатланмаҫ,
Кире ҡайтмаҫ инде был моңдар...

Ҡыҙҙар йырлай.
Күбәләктең ниңә
Йәш түккәнен белмәй былбылдар.

Кистәр ҡабатланмай. Моңдар ҡайта,
Урап ҡайта икән бер талай.
Күпме үрҙәр үткәс, шул йыр тағы
Йөрәгемде телде урталай:

«Күпер аҫты күк томан,
Күпһенмәгеҙ, күп тормам,
Күп торһам да, мәңге тормам,
һағынырһығыҙ, мин булмам...»

Мин хәҙер ҙур. Хәҙер бик ҙур инде.
Бөтә донъя — минең биләмем.
Бер кисәнең түгел, бар ғүмерҙең
Ике килмәүҙәрен беләмен.

Шуға күрә үкһеп кенә түгел,
Үкереп илаһаң да ерлек бар.
Иламайым. Сөнки сабырлыҡ бар,
Сабырлыҡҡа тиңдәш ирлек бар.

Иламайым. Фани донъя аяҙ,
Ысыҡ яна йәшел үләндә.
Таң нурына ҡунып, яҙ турғайы
Тәүге йырын йырлай түбәмдә.

1970

Һинән башҡа ерем күкһеҙ, рухым үкһеҙ,
Һин өн түгел, һин төш хәҙер, уйым ғына.
Бөгөн төндә ай нурҙары, бөгәрләнеп,
Йомарланып һыйындылар ҡуйыныма.

Йоҡом ҡасҡан ошо һалҡын аяҙ төндә
Мин йылыһын тойҙом ай нурының,
Үткәндәргә ҡайтып-килеп мең ураным,
Ҡуйынымда һинең йәнең, тип юраным.

Һаумы, тиҙәр гөлдәр...

Ауылымдың туғайҙары аша
Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.

Гөлдәр миңә "Һаумы, һаумы!"- тиҙәр,
Талғын елдәр иҫкән сағында,
Баш эйәләр. Бер мин генә түгел,
Улар ҙа, ахры, мине һағынған.

Айырылыуҙың оҙаҡ йылдарында
Ниндәй яландарҙа йөрөмәнем,
Ләкин, гөлдәр, һеҙҙең шикеллеләй
Хуш еҫ бөркөгәнде күрмәнем.

Хәтерләйем ошо туғайҙарҙа
Бик, бик күптән гөлдәр үҫкәнен;
Ғашиҡ булдым егет йылдарымда,
Тик гөлдәрҙе үрелеп өҙмәнем.

Ғашиҡ булдым. Ләкин мин ғишҡымды
Әйтеп бирҙем ябай тел менән.
Тиңләмәнем уны далалағы
Ғүмерһеҙ һәм матур гөл менән.

Улар һаман: "Һаумы, һаумы"-тиҙәр,
Алдарыма хуш еҫ сәсәләр.
Бик һағындым һеҙҙе, бик һағындым,
Ауылымдың туғайҙары аша
Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен,
Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм
Һәм эйелеп өҙәм еләген.

Гөлдәр миңә "Һаумы, һаумы!"- тиҙәр,
Талғын елдәр иҫкән сағында,
Баш эйәләр. Бер мин генә түгел,
Улар ҙа, ахры, мине һағынған.

Айырылыуҙың оҙаҡ йылдарында
Ниндәй яландарҙа йөрөмәнем,
Ләкин, гөлдәр, һеҙҙең шикеллеләй
Хуш еҫ бөркөгәнде күрмәнем.

Хәтерләйем ошо туғайҙарҙа
Бик, бик күптән гөлдәр үҫкәнен;
Ғашиҡ булдым егет йылдарымда,
Тик гөлдәрҙе үрелеп өҙмәнем.

Ғашиҡ булдым. Ләкин мин ғишҡымды
Әйтеп бирҙем ябай тел менән.
Тиңләмәнем уны далалағы
Ғүмерһеҙ һәм матур гөл менән.

Улар һаман: "Һаумы, һаумы"-тиҙәр,
Алдарыма хуш еҫ сәсәләр.
Бик һағындым һеҙҙе, бик һағындым,
Үҙ еремдә үҫкән сәскәләр.

"Киске ҡыҙғылт ағын һыу өҫтөндә..."

Киске ҡыҙғылт ағын һыу өҫтөндә
Йөҙөп барам күндән кәмәлә.
Бәхет хаҡында юҡ ҙур хыялым,
Ваҡ ғәмем юҡ фани нәмәлә.

Тәбиғәттәй, мин нәфсеһеҙ, азат.
Һыуҙай ағам теләһәм ни яҡҡа.
Әйтерһең дә, киске тынлыҡ менән
Йәнем керҙе бөгөн никахҡа...

Ҡапыл боролоштан аҡ пароход,
Ярһып-ярһып, күкрәк ки(е)реп,
Хатта тауыш бирмәй килеп сыҡты,
Бар донъяла бер ул, тиерһең.

Ажғыр тулҡын, ҡороғона урап,
Кәмәм-нием менән ҡапланы.
Аҡ пароход китте. Күңел өсөн
Әйләнеп тә миңә баҡманы.

Тәкәбберлек! Һинән башҡа ла бар
Был донъяла байтаҡ нәмәләр –
Ерҙә йөрөй әле йәйәүлеләр,
Һыуҙа йөҙә әле кәмәләр.
1978

Кил инде

Сыйырсығым, ҡошсоғом,
Хәҙер бында ҡыш түгел,
Матурым, һин кил инде,
Өйөң өлгөрҙө бөгөн.

Тәҙрәләре уйылған,
Ал, зәңгәргә буялған,
Сыйырсығым, һинең өсөн
Ҡуныр тал да ҡуйылған.

Ҡанаттарыңды елпеп,
Аҫыл һайрауың һирпеп,
Сыйырсығым, кил инде,
Өйөң әҙер бит инде.

1938

Ләйсән
Бөтә ил буйынса ләйсән үтте…
Әле бына, тик таң алдынан,
Һуңғы болот ҡанат ҡағып китте, -
Ынйылары сәселеп ҡалдылар.

Алпан – толпан баҫып уҙып барам
Быуҙар бөркөп ятҡан ҡыр аша.
Ҡояш ҡалҡа. Алтын ерем минең
Алтын офоҡтарға тоташа.

Мин, эйелеп, нисәнсе ҡат инде
Тупраҡ алып ҡыҫам усыма,
Ерҙең ҡара һуты беләк буйлап
Ағып төшә терһәк осома.

Табаныма йәбешә йылы балсыҡ,
Ишетәм төҫлө уның һүҙендә:
«Һин йәшәрттең мине, һин, игенсем,
Миндә тамыр йәйсе үҙең дә!».

Бөрөләрҙең хуш еҫтәрен тоям,
Үткән саҡта урман буйҙарын.
…Ошо яҙғы аяҙ көн шикелле,
Тыныс булһа ине уйҙарым…

Уйҙар тыныс түгел. Ишетһәм дә
Ерҙең иркен һулыш алғанын,
Онота алмайым тыуған тупрағымдың
Ут эсендә дөрләп янғанын.

Онота алмайым: ерем менән бергә
Фашист пуляларын татыным.
Дошман йөҙөн һүрәттәрҙән түгел
Прицел аша ҡарап таныным.

Онота алмайым шаулы океандың
Алыҫ төнгө ярҙы йыуғанын,
Аҡ куңелле ҡара Робсон илен
Ҡара йөрәктәрҙең быуғанын.

Һәм ҡушырға теләй улар һөрөм
Океандың саф, тыныс еленә,
Мәйет еҫе таратырға теләй
Донъяға һәм минең илемә.

… Миндә башҡа хыял. Ул яуыздар
Өлгөргәнсе ерҙе яндырып,
Еткерербеҙ бөтә планетаға
Тыныслыҡтын ләйсән ямғырын.

1950 й.

Әлфиәгә
Донъям тотҡалары һирәк минең,
Һирәк булды минең таянысым.
Тыуғаныңдан бирле, аҡ фәрештәм,
Һин өмөтөм булдың, ҡыуанысым.

Бит Әлфиә тигән исемең дә,
Тәүге иртә, тәүге нур һымаҡ,
Һинең бер ҡарашың, бер ауазың,
Изге доға, моңло йыр һымаҡ.

Минең өсөн һин һаман да сабый -
Хәсрәттәрҙән азат, хәүефтән...
Һоҡланып та һине, борсолоп та
Күңелем бишегемдә бәүелтәм.

Ҡыш килгәс

Алыҫта урман,
Урманда томан.
Ерҙе ҡаплаған
Аҡ мамыҡ юрған.
Тышта ел өрә,
Ҡарҙы һеперә,
Мин өйҙә торам
Һалҡынға күрә.
Тышта ата ҡаҙ.
Ул, меҫкен, бойоҡ.
-Эсәй, ниңә уның
Бер аяғы юҡ?
1938

Ҡунаҡ
Ағастарға ҡыш ҡыҙының
Һибелгән сәйләндәре,
Ә тәҙрәгә килеп ҡунған
Имен йәй сәләмдәре.
Быялала һығылып төшкән
Туҡ бойҙай башаҡтары,
Туҙғылып ултыра һоло,
Лаҫпылдап тора тары.
Быны, изге билдә, тиҙәр,
Шуға ышаныр инем, -
Ҡыш уҡ шулай хәбәр итә
Йәйен уңасаҡ иген.
Күрәм, йәнә ҡунаҡ та бар
Башҡорттоң далаһында
Бер пальма ботағы тора
Башаҡтар араһында.
Арыш керпегенә һалған
Япрағының остарын.
Күрәһең, онотмай мине
Ханойҙағы дуҫтарым.
1956-1957

Еңеүҙәрем, уңыштарым булды,
Бүләк алдым, хөрмәт татыным;
Менмәһәм дә, һыйпағаным булды
Алтын ялын шөһрәт атының.

Тик тырыштым иреп төшмәҫкә мин
Килеп китер шатлыҡ ҡаршында.
Сөнки бәхет була тик иртәгә,
Тылсымлы ил —диңгеҙ артында.

Ләкин булды бер саҡ бәхетемдән
Түбәләрем күккә тейгәне.
Ул көн миңә: «Иң бәхетле кеше
Ерҙә мин ул!» — тине һөйгәнем.

Һин - минең ярты яҙмышым,
Өлөшкә тейгән көмөш.
Күпме ғүмер бар, - беҙ шуны
Бергә үтергә тейеш.

Мин күнәм бөтәһенә лә:
Яҡшыға, яманына,
Көндәрҙең салт аяҙына
Һәм болотло сағына.

Ҡыуанысың булһа, мин дә
Бергәләп ҡыуанырмын.
Хәсрәттәр төшһә башыңа,
Иркәләп йыуатырмын.

Туҡранмам, тормош ауыр, тип,
Башым эйелмәҫ түбән,
Йөрәктә саф мөхәббәт, ул
Һүнмәҫ йылдар үтеүҙән.

Тик икебеҙҙең араға
Яуыз елдәр өрмәһен,
Һәм ялғанлыҡ - юха йылан
Беҙҙең өйгә кермәһен.

Икәүебеҙгә бер яҙмыш -
Тормоштан тейгән өлөш.
Күпме ғүмер бар, - беҙ шуны
Ғәҙел йәшәргә тейеш.

1946

ҠОШТАР ОСОРАМ
Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә бөгөн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!
Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:
Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға
Күтәрелде күккә ҡарағош.

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен
Ел-дауылдар үтер торнаны.
Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –
Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.

Сығып осто ярһыу бер һандуғас,
Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.
Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,
Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!
Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.
Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –
Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.

Ығы-зығы, ваҡ мәшәҡәт тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.
Шуға күрә һәр көн таңдан алып
Күкрәгемдән ҡоштар осорам.
1970

Ҡышын диңгеҙ ярҙан айырылды,
Боҙ ҡалдырып артта.
Боҙ ирер ҙә, диңгеҙ кире ҡайтыр
Февралдә йә мартта.

Айырҙы ваҡ асыу ике дуҫты.
Асыу һуҡыр, яман.
Аралары – ер ҙә, һыу ҙа түгел –
Боҙ ҡаплаған ялан.

Кеше кире. Имеш, ирей алмай.
Күңеле бер ҡатһа,
Баш өҫтөндә май ҡояшы янып,
Яндырһа ла хатта.

...Диңгеҙ иһә әйләнә лә ҡайта
Февралдә йә мартта.

Күпме йылдар инде йөрөтәмен...

Күпме йылдар инде йөрөтәмен
Һине йөрәгемдә,
Йөрәгемде ҡаты сәнсеү алды
Ҡапыл үткән төндә.

Әллә ауыр ҡайғың бармы һинең?
Әллә бармы шигең?
Ә мин ҡуртҡым, юғалтам тип һине,
Йөрәк ҡуйһа шиңеп.

1956

Һауаларҙа, бейектәрҙә
Кейек ҡаҙ тауыштары.
Шатлыҡ менән тулды бөгөн
Күңелем һауыттары.

Көтмәгәнде килтерер тип,
Яҙҙы көтмәгән инем.
Былай уҡ ҡабынырмын тип,
Өмөт итмәгән инем.

Нимә булды? Сайпылам бит
Яҙа баҫһам аҙ ғына.
Яңы бәхет килдеме? Юҡ,
Бары килде яҙ ғына...
1979

Көтмәгәндә кистән ҡар төштө.
Бик ваҡытһыҙ, иртә.
Иретергә уның ҡояштың
Бер ҡарауы етә,
Сөнки әле йылы тупраҡта
Йәшәү дауам итә.
Арабыҙға ҡапыл ҡар яуҙы.
Ҡары өрпәк кенә.
Ул ирергә тора, өмөтлө бер
Ҡараш күрһәт кенә.
Ҡышҡа алыҫ әле. Йәнәшә
Ике йөрәк тибә.
1960​

Көҙ
Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән
Өйрәктәр ҙә китте алыҫҡа,
Хушлаштылар бөгөн улар менән
Бергә үҫкән һылыу ҡамыштар.
Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,
Шаян елдәр уйнап үтәләр,
Суҡлы шәл ябынған ҡайындырҙың
Һары шәл суҡтарын һүтәләр.
Өй алдында яңғыҙ ҡарт тирәгем
Һуңғы япраҡтарын ҡаҡһа ла,
Тормошта яҙ -
Сирень ағастары
Сәскә ата кеүек баҡсала...
1936

Кеше
Ваҡыттарҙы, араларҙы
Еңмәк булып ҡабаландым.
Еңмәҫ борон, саңдар ҡағып,
Оран һалып, һауаландым.

Йәнәһе лә мин әжәлһеҙ,
Ҡояшҡаса һалам күпер,
Мин башлаған утлы юлдар
Йыһандарҙы ярып үтер.

Иркем булғас, тарихтарҙы
Меңәр йылға йәшәрттем мин.
Хыялымда кешеләрҙе
Киләсәктә йәшәттем мин.

Күп алыштым, күп бирештем
Был тормоштоң ағымында.
Баҡһаң икән, сәбәләнәм
Заманымдың ҡарынында.

1988

Үҙемә әйткән һүҙ

Тәү һүҙемде әсәйемә әйттем,
Икенсеһен ергә өндәштем.
Шунан ары бүтәндәргә күпме
Өгөт бирҙем, "аҡыл өләштем".
Баҡһаң икән, аҡылдарға һыуһау,
Кәңәштәргә мохтаж үҙем бар,
Шул үҙемә бөгөн һүҙем бар:

Ғүмер уҙған һайын, беҙҙе алып,
Йылдар етеҙерәк сабыр ул,
Йылдар саба тиеп, сәбәләнмә,
Сабырырак бул һин, сабыр бул.

Эйелеп-бөгөлөп барма һәр тарафҡа,
бөгөлә икән, талдар бөгөлһөн;
Елберләмә һәр уҙғынсы елгә,
Елберләмә, уҫаҡ түгелһең.

Һыйҙар күрһәң, талымһыҙҙан булма,
Миҙгел белеп үрел ҡашыҡҡа;
Елгә еленләгән һәр уйыңды
Илгә таратырға ашыҡма.

Ағыу менән дарыу бер үк заттан,
Тик самалар-төрлө саманан,
Самаларҙан сығып дан йырлама,
Һәм хөкөм дә итмә ҡабалан.

Айға менһәң, үрә һикермәй тор,
Ҡояш бар бит айҙан юғары;
Түргә төшһәң, "гүргә төштөм" тимә,
Унан сыҡҡан әҙәм юҡ але.

Ауырлыҡтар ауһа иңдәреңә,
Еңеләйтер сара табыр бул.
Ауырына, хәйер, түҙерһең дә,
Еңеленә сыҙа, сабыр бул.

Беренсе тамсылар
Көн буйы тын торған һауала
Ҡаралып болоттар ҡабара,
Түбәндән, шаулашып, гөрләшеп,
Үттеләр бер төркөм ҡарғалар.

Ҡояш та бөркәнсек ябынды,
Өйҙәрҙә тәҙрәләр ябылды,
Турғайым оянан сыҡты ла
Ҡомлоҡта йыуынып ҡағынды.

Ел бөгөн, хәбәрсе шикелле,
Ямғырҙың хуш еҫен килтерҙе,
Шунда уҡ япраҡтар битенә
Беренсе тамсылар һикерҙе.

1938

Уртлам һыуым әле йотолмаған,
Атҡан уғым сәпкә етмәгән дә,
Сәтләүегем әле сәскә атмаған,
Кәкүк оя ҡороп бөтмәгән дә…

Ашыҡмай тор, ҡартлыҡ. Ҡабаланма.
Бер мөхәбәт йыры йырлайһым бар,
Һағыш рәхәтенә сыҙай алмай,
Ерҙә аунап, әле илайһым бар.

Ашыҡмай тор, ҡартлыҡ. Ҡабаланма.
Түр башымда йомшаҡ түшәгем юҡ,
Алдарыңа ҡуйыр өсөн әле
Шәрбәт тулы алтын көршәгем юҡ.

Әгәр килә ҡалһаң, үкенерһең.
Минең әле малай булаһым бар,
Аҡылыма йөрәк баш бирмәйсә,
Тәүбә итерлек эштәр ҡылаһым бар.
Ашыҡмауың хәйерлерәк, ҡартлыҡ…
1977 й.

Беҙҙе таңмы әллә солғағайны,
Әллә кистең күкһел шаршауы,
Тик хәтерҙә артта ҡалған һуғыш
Һәм эргәлә ҡайын шаулауы.
Мин һағынып һиңә ҡайтҡан инем
Ҡайын япраҡ ярған саҡтарҙа,
Ләкин уйҙар айырылып ҡалды
Күкте ялҡын япҡан яҡтарҙа.
Күҙ алдында тере күмер булып
Көйрәп торҙо һуғыш эҙҙәре,
Ят тойолдо башта өй тынлығы,
Ят тойолдо наҙлау һүҙҙәре.
Мин айныным. Һинең иркәләүҙәр
Тараттылар күңелем томанын,
Һәм мин һиҙҙем ауыр уйҙарҙан һуң
Яҡты мөхәббәттең тыуғанын.
Онотолған шатлыҡ ҡайтҡан өсөн,
Бурыслымын, һылыу, һиңә мин,
Ул мәл һине ғүмерлеккә һөйҙөм,
Тик ниңәлер «һөйәм» тимәнем.
Мин һиҙмәнем – ул саҡ таң инеме,
Әллә иртә, әллә күкһел кис,
Ҡайын шауы шулай ярһытҡысмы,
Мөхәббәтме әллә иҫерткес?
1943

Билдәһеҙ һалдат

Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,
Был — билдәһеҙ һалдат һәйкәле.
Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?
Билдәһеҙме, хәтер, әйт әле?!

Атакаға күтәрелдек бергә,
Йыға һуҡты әжәл бер мәлде,
Ваҡытлыса йәнә терелдем мин,
Ул - мәңгелек һынға әйләнде.
Ҡаршыһында түтәл-түтәл гөлдәр
Изге ялҡын булып яналар,
Баш өҫтөндә таңдан ҡоштар һайрай,
Эргәһендә һайрай балалар.

Ә артында уның сал бер ҡатын
(Ил инәһе - улдыр, моғайын.)
Нисәмә йыл инде өнһөҙ илай,
Һалҡын ташҡа терәп маҫлайын.

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битендә,
Бер битендә моңһоу ай һаман,
Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,
Бер күҙеңдән әсе йәш тама...

1965

Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде...
Быйылғы көҙ шундай сыуаҡ килде.
Ерҙең өҫтө — йәшел бер тамаша.
Гөлйемештәр ҡабат сәскә атты.
Сәскәһенә ҡарап, күҙ ҡамаша.

Эй, һоҡландыҡ, шашып, хайран ҡалдыҡ
Тәбиғәттең сикһеҙ ҡөҙрәтенә.
Мин, дәртләнеп, хатта бер йыр яҙҙым
Көҙөн атҡан сәскә хөрмәтенә.

...Ошо көҙҙә сал ир ғашиҡ булды.
Үҙе бойоҡ, үҙе ҡыуана.
Беҙ ғәйепләп көлдөк — аҡыллылар.
Йәлләп иланы тик диуана.

1977

Балалыҡ
Зәңгәр колонналар булып,
Барабан ҡағып,
Колхоз урамдары буйлап
Уҙған балалыҡ,
Костерлы дозор төндәре,
Тәүге хыялдар,
Татыу семья, әкиәт булып
Йәшәлгән йылдар,
Һеҙ ҡалдырығыҙ йөрәктә
Яҡты иҫтәлек,
Һеҙгә йыр менән бурыслы
Йырлаусы йәшлек.
Башҡа колоннала үтә
Шул уҡ балалыҡ,
Беҙҙең ҡулда елберҙәгән
Байраҡты алып.
Мин һеҙҙә күрәм үҙемде,
Бәхетле тоҡом,
Сөнки һаҡлап киләһегеҙ
Ысын йәшәү утын!
1940

Диңгеҙ ярында

Пушкин һүрәтенә

Һул ҡулын ҡаҡ ҡая ташҡа терәп,
Тулҡындарға текләп күҙҙәрен,
Әллә инде азатлыҡты шағир
Диңгеҙ дауылынан эҙләне?
Шағир тора текә ярға баҫып,
Ғорур башы түбән эйелгән.
Уйлағандыр шунда:
... Бәлки, тиҙҙән
Таң да атыр инде илемдә.
Азатлыҡты һағынып, ашҡынғандыр
Тулҡындарҙы юлдаш итергә,
Ярһығандыр шағир йөрәге
Тынсыу ярҙы ташлап китергә.
Ул китмәгән. Ярҙа баҫып ҡалған,
Ҡулы менән ташҡа терәлеп,
Һәм күҙәткән тулҡын шаулауын,
Диңгеҙ бушлығына текәлеп.
1937

Айырылыу
Көнбайышҡа яҡынлашҡан ҡояш
Миңә һуҙа һуңғы нурҙарын,
Елдәр...
Йәйге елдәр тулҡынлата
Ҡаршымдағы ҡайын урманын.
Ҡарап ҡалдым,
"Доң... доң..." саң ҡағылды,
Тәгәрмәстәр таҡмаҡ башланы,
Эх, землемер,
Алыҫ саҡрымдарың
Араларға ҡолас ташланы.
Ул йәшенде,
Ә мин ҡарап ҡалдым,
Баҡса ҡоймаһына һөйәлеп,
Ләкин хистәр, ярһыу хистәр китте
Уның вагонына эйәреп.
Башым ауыр, муйын саҡ бөгөлмәй,
Ҡаты һағыш тырнай күңелде.
Китеүеме ҡыйын, оҙатыумы? -
Әйт, һандуғас,
Таныш түгелме?
Ауыр уйҙар баҫты күңелемде,
Ауыр уйҙар мине талдырҙы.
Һыҙлайымсы, йөрәк!
Ул бит миңә татлы үбеүен дә,
Ҡайнар һөйөүен дә ҡалдырҙы.
Ул алыҫҡа китте,
Киң ҡырҙарға
Бергә үҫкән шаулы ҡаланан,
Һағынһам да түҙәм,
Сөнки уның
Тормош юлы шунда ҡараған.
Биләп торор иркәм йөрәгемдең
Башҡаларға ят бер өлөшөн,
Һәм ҡайтыр ул,
Ә һуң ул сағында
Үтә татлы булыр күрешеү...
1938

Тулҡындар
Апрель кисе зәңгәр пәрҙә тартты,
Төн һыйынды Иҙел битенә,
Аҡһыл айҙың тоноҡ нурҙарынан
Көмөшләнеп тулҡын һикерә.

Мин кәмәлә
Шаян тулҡындарҙың
Һикерешеүен ҡарап барамын.
- Ишкәксе дуҫ!
Бик тиҙ алыҫлаттың
Ярҙар менән беҙҙең араны.

Яҙғы Иҙел бөтөрөлөп аға,
Тулҡын кәмәбеҙгә үрелә,
Ҡанаттарын ҡаҡҡан шул тулҡындар
Йәшлегемдәй матур күренә.
1937

Туҡайға
Яҡты көнгә сығып етә алмай,
Күмелеп ҡалған шахтер шикелле,
Һөйгән монологын һөйләп бөтмәй,
Тынып ҡалған актер шикелле,
Ағыуланған тынсыу ҡараңғыла
Янып бөтмәй һүнгән шәм кеүек
Сәхрәләге яҙғы йылға кеүек
Ташты ла ул, тынды йәш егет.

Яҙғы ҡырау япраҡтарын бөргәс,
Ҡапыл ғына шиңгән гөл кеүек,
Иҫкелектең тынсыу һауаһында
Тыны бөтөп үлде йәш егет.

Беҙ, дауылдар булып, күгебеҙҙе
Ҡара болоттарҙан таҙарттыҡ,
Беҙ - икенсе туфан -
Еребеҙҙе
Иҫкелектән йыуып яңырттыҡ.

Туҡай йыры беҙҙең менән килде,
Йыры ялҡын уның бөгөн дә,
Туҡай... ул бит беҙҙең яҡты йондоҙ
Поэзияның аяҙ күгендә.
1938

bottom of page