top of page

2 ғинуар көнө

Бөгөнгө көн мин тыуҙым,
Иламайса, тын тыуҙым;
Истиғдадтан, зәканан, —
Һәр ҡайһынан кәм тыуҙым.

Ғүмерем үтте бикарерәк,
Буш ел ҡыуҙым да ҡыуҙым;
Тыуҙым, үҫтем, ҙур булдым,
Ник яралдым, ник тыуҙым?

1918

Айға мендем

Айға мендем, ай нуры менән ҡойондом, уйнаным,
Күп һөйөндөм, һөйөнөс менән төйөлдөм, туйманым.

Туйманым, айҙан уҙып, мендем ҡояшҡа ашҡынып,
Юҡ, шулай ҙа булманы ташҡын күңелде баҫтырып...

Шул барыштан барышыма, киттем хоҙайҙың ғәрешенә,
Ун һигеҙ мең ғаләме артымда ҡалды барыһы ла.

Ни өсөндөр тапманым күңелем ҡарар ғәрешендә лә,
Көрсөйҙө күрһәм дә хатта тынманым уныһында ла.

1914

Аҡтыҡ зарым

Валлаһи, һин сәнселеп кит, тонсоғоп үл, бөт, ҡаҙал.
Шунда ла һис кем дә күрмәҫ, валлаһи, бер эт ҡәҙәр!

Нишләйем һуң? Әйтсе, зинһар, сәнселәйемме, нишләйем?
Сәнселеп, сәсрәп сығайыммы?.. Нишләһәң дә, эш ҡыйын.

Нишләйем һуң — зәҡҡумлы хәсрәттәр менән күңелем яна,
Нишләйем һуң — мәлғүн иблестәр төкөргән донъяға!

1915

Атланым эҙһеҙ

Атланым эҙһеҙ,
Тапманым йондоҙ;
Боҙланып күңел,
Сатнайым ҡыҙһыҙ;
Үтте йәш ғүмерем,
Ләззәтһеҙ, тоҙһоҙ.

1916

Афарин

Афарин һеҙгә, ирек сулпандары!
Афарин, ысын изгелек солтандары!
Был ҡараңғы гүргә түнгән донъяның
Көн вә көн атмаҡта ысын таңдары.

Афарин, их... донъяға шатлыҡ килә,
Юйыла золмат, йылмайып аҡлыҡ килә;
Емерелә вәхшәт, хаҡһыҙлыҡ, золом;
Аҡрын, аҡрын нур сәсеп, хаҡлыҡ килә.

Шатланам мин, күкрәгем ташҡан кеүек.
Түҙә алмайым, һикеренәм, шашҡан кеүек.
Афарин, әй һеҙгә миллион афарин;
Нурлы истиҡбал яҡынлашҡан кеүек!

1917

Әй, большевик

Әй, большевик, эшең ҡылдың һәр өйәҙҙә:
Йәшен булдың, гөрзөй булдың буржуаға.
Юлың имен, юлбашсың Ленин булһа,
Ҡыр төлкөнө, ирек булһын өйрәк-ҡаҙға!

1917

Башҡортостан (баш.яз)
 

Арыҫландар үҙ ерен
Залимдарҙан таптатмаҫ,
Таптаймын тип атлаһа,
Башҡорт ҡаны атлатмаҫ.
Ил өҫтөнә сапҡан яу
Башҡорт йәнен ҡаҡшатмаҫ,
Бысраҡ табан аҫтында
Башҡорт намыҫы ятмаҫ.
Башҡортостан — гөлбостан,
Сөнбөлөстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт атлы арыҫлан!
Башҡортостан баҡсаһы —
Арыҫландар торған ер;
Арыҫландар бабаһы —
Ҡаһармандар йөрөгән ер;
Ҡаһармандар кәүҙәһен
Ҡосаҡлаған, күмгән ер;
Хәләл ҡандар шәүләһен
Күккә тәрсим ҡылған ер.
Башҡортостан — гөлбостан,
Былбылстан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт тигән арыҫлан.
Башҡорт халҡы тарихта
Ғәйрәт менән фаш булған;
Киң иреккә ашҡынған
Күңелдәге ташҡындан;
Һәр ваҡытта намыҫын
Үҙ башына баш ҡылған;
Тыуған илен һаҡлауға
Үҙе булған таш ҡурған.
Башҡортостан — гөлбостан,
Рәйханостан, нурбостан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Көслө намыҫ, ташҡын йән
Торҙо, тағы ҡалҡынды;
Тағы башҡорт халҡында
Иҫке ялҡын балҡыны.
Мең йәһәннәм тыуҙырыр
Бер башҡорттоң ялҡыны;
Миллион ожмах яратыр
Бер Уралдың алтыны!
Башҡортостан — нурбостан,
Рәйханостан, гөлбостан.
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт улы арыҫлан.
Уралҡайҙың аҫты алтын,
Өҫтө шиғыр, үҙе нур;
Киләсәктә был ергә
Хоҙай үҙе ҡыҙығыр;
Фирҙәүестәр төҙөлөр,
Әлуан нигмәт теҙелер;
Күкте ташлап мәләктәр,
Был ерҙәргә гиҙенер.
Башҡортостан — йәмбостан,
Илһамстан, шиғырстан,
Шунда тыуған, шунда үҫкән
Башҡорт намлы арыҫлан!
Ҡыуан аңлап, эй, Ватан,
Беҙ аңланыҡ хәлеңде;
Һине һалып ҡулбашҡа,
Беҙ йөкләнек ғәмеңде.
Ғәреш әғлә өҫтөңә
Мендерербеҙ даныңды;
Беҙ фидаи һинеңсөн —
Йәшәтербеҙ намыңды!
Башҡортостан йәшәһен,
Сөнбөлөстан йәшәһен!
Шунда тыуып, шунда үҫкән
Арыҫландар йәшәһен!

Әйҙә, күңелем

Әйҙә, күңелем, бында торма, күккә, күккә, күккә ос,
Күккә ос: күктә тыныс, бында һуғыш, бында ҡылыс!

Әйҙә, күккә, бында йәм юҡ, күктә йәм бар, унда нур,
Бында нәмә: Йәмле һындар... Унда хур бар, унда хур.

Әйҙә, ғүмерем, әйҙә, бәхетем, әйҙә, күңелем, бергәләп,
Бында булһа күбәләктәр, ундалыр барлыҡ мәләк.


1915

Әй, мулла абзый

Әй, мулла абзый, ант итәмен аллаң менән,
Ант итәмен башыңдағы салмаң менән:
Өҫтән былай кеше төҫлө күренһәң дә
Эсең-тышың тулы сеп-сей ялған менән!

1917

Башкортостан (рус.яз)


 

Львы жаждут мщенья, если враг
Их землю топчет и тиранит.
Едва он к ним направит шаг,—
Пылая, кровь башкира прянет,
И если смертный бой с врагом.
Подобно грому, грозно грянет, —
Под грязным вражьим сапогом
Башкира честь лежать не станет!
Башкортостан, страна услад.
Бесценный клад, нетленный сад.
Где лев — по имени башкир —
Родился и увидел мир!

Башкир издавна знаменит
Вольнолюбивою отвагой:
Она в душе его звенит
Раскованной весенней влагой.
Он бился, не считая ран,
И честь была его вожатым.
Он возвышался, как курган.
Противоставший супостатам.
Башкортостан, страна трудов.
Страна цветов, страна плодов.
Где лев — по имени башкир —
Родился и увидел мир!
Один башкир зажечь готов
Сто адских топок для начала,
Сто райских сотворят садов
Богатство одного Урала!
Земля башкир, весенний пир.
Пернатых и растений пир,
И лев — по имени башкир —
Впервые здесь увидел мир!
Земля моя, родной очаг, —
Настало время для работы:
Поднимем на своих плечах
Тебя и все твои заботы!
Мы, гордые твоей судьбой.
Мечтами светлыми твоими.
Готовы жертвовать собой.
Чтобы твое блистало имя!
Да здравствует страна башкир.
Да здравствуют и труд, и мир,
И львы, которые росли
Для торжества родной земли!

bottom of page